Башҡортостан Президенты бөгөн шулай уҡ Мәскәүҙә балалар һәм үҫмерҙәр хоккейын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә лә ҡатнашты

Башҡортостан Президенты бөгөн шулай уҡ  Мәскәүҙә балалар һәм үҫмерҙәр хоккейын  үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә лә ҡатнашты 24.12.2014

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле,  попечителдәр советы рәйестәше Михаил Бабич билдәләүенсә, йәштәр араһында сәләмәт тормошто формалаштырыуҙа әлеге спорт төрөнөң әһәмиәте юғары. Илдең хоккей федерацияһы президенты  Владислав Третьяк та ошо уҡ фекерҙә. Ултырышта сығыш яһаусылар урындарҙа һәм төбәк кимәлендә хоккейға  иғтибарҙы арттырыу,  «Алтын шайба» турнирын үҫтереү буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

Башҡортостанда әле спорттың был төрө менән 20 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең иллегә яҡын бүлексәһенә дүрт меңдән ашыу уҡыусы йөрөй. Республиканың 63 муниципаль берәмегендә 362 хоккей майҙансығы иҫәпләнә, уларҙың тиҫтәнән ашыуы ябыҡ боҙ ареналары. Республикала йәш хоккейсылар араһында «Алтын шайба» призына матч йыл һайын өс этапта ойошторола. 2013-2014 йылдарҙағы турнирҙа 178 команда ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса биш команда Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика