Башҡортостан Президенты бөгөн ҡала һәм район советтары рәйестәре менән осрашты 09.12.2014

Рөстәм Хәмитов төбәк иҡтисадының төп күрһәткестәре менән таныштырып, әүҙемерәк булырға саҡырҙы.

Республиканың төрлө тармаҡтағы уңыштарын нығытыу мөһим, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ иҫәбенә, тине Башҡортостан Президенты. Әммә бының өсөн йүнселдәргә тыныс шарттарҙа эшләү өсөн ҡамасауларға ярамай.  Был турала уҙған аҙнала  федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин да билдәләгәйне. Республиканың ҡайһы бер төбәк, атап әйткәндә, Бүздәк, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондары эшҡыуарҙары еңел һауа һуланы тип әйтергә мөмкин.  Был тәңгәлдә, ыңғай миҫал итеп  Рөстәм Хәмитов Мәләүез районындағы күркә  үрсетеүсе предприятиены атаны. Хужалыҡтың  уңышлы эш итеүе  һөҙөмтәһендә урындағы бюджет даими тулыланып тора.  Республика  йылына 3 миллион тоннаға яҡын уңыш йыйып ала.  Әммә эшкәртеүселәр етешмәй.  Шуға ла үҙебеҙҙең баҙарҙы яулау ваҡыты етте,  тине Рөстәм Хәмитов. «Башҡортостан тауарҙары» кәштәләрҙән ситтән килтерелгәндәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарырыға тейеш. Әле ауыл хужалығын үҫтереүҙә «500 ферма» программаһы ярҙам итә. Ләкин был мөмкинлек менән барыһы ла файҙаланырға ашыҡмай.  Әйтәйек, Хәйбулла, Йылайыр һәм Бөрйән райондарында бер ферма ла төҙөлмәгән, ә бына Илештә улар ике тиҫтәгә яҡын. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты күрһәткестәрҙе арттырып яҙыусыларға ҡарата етди саралар күреләсәген белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика