Башҡортостан менән Силәбе араһындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәһен бирә

Башҡортостан менән Силәбе араһындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәһен бирә 17.03.2015

Сәйәсәт, мәҙәниәт өлкәһе мәсьәләләре уңышлы хәл ителә. Ныҡлы бәйләнеш илдең иҡтисади проблемаларын атҡарып сығырға ярҙам итте.

Башҡортостан  менән Силәбе өлкәһе араһындағы ике яҡлы килешеү сиктәрендә  ярайһы ғына эштәр башҡарыла. Тәү сиратта  халыҡ эш урындары менән тәьмин ителә, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү мәсьәләләре яйға һалына.
Ҡасандыр бөлгөнлөккә төшкән Сибай элеваторының да эше яйға һалынған. Ырҙын табағын яңынан йәнләндереүгә күрше өлкә инвесторҙарының ярҙамы ҙур булған.
Әбйәлил районында Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һаналған динозаврҙар паркынан халыҡ өҙөлмәй. 2012 йылда сафҡа ингән ял һәм күңел асыу комплексына өс тиҫтәләп экспонат ҡуйылған. Ул бөгөн олоһоноң, кесеһенең дә яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.
Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһында эшҡыуарҙар ярҙамында көнбағыш майы һығыу заводы төҙөлә. Ошо маҡсатта Силәбе өлкәһе инвесторы 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Предприятие киләсәктә тәүлегенә 1 мең тонна сеймал эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Ә Ҡыйғы районында Силәбе өлкәһе эшҡыуары тегеү фабрикаһын асты. Унда Рәсәй оборона министрлығы өсөн кейемдәр тегелә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ойошма миллион ярымлыҡ продукция етештергән.  Учалы, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил, Дыуан райондарында ла  ауыл хужалығын үҫтереү, тауарҙарҙы һатыу мәсьәләләре уңышлы хәл ителә. Әйтәйек, Әбйәлил районы был тәңгәлдә  Магнитогорск һөт комбинаты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әлеге ваҡытта Учалы районы хужалыҡтары менән дә хеҙмәттәшлек юлдары барлана. Һөт ризыҡтарынан тыш, ит етештереү ҙә яйға һалынған. Киләсәктә балыҡ үрсетеү хужалығын асыу ҡарала.
Башҡортостан менән Силәбе араһындағы туризм йүнәлеше лә уңышлы хәл ителә. Әбйәлил районындағы тау-саңғы комплексынан тыш, төбәктең Мулдаҡ күлендә туристик база төҙөү, уның эргәһендәге Тоҙлокүл ҡасабаһын һыу баҫыуҙан ҡурсалау мәсьәләләре ҡарала. Бынан тыш, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм шифахана-курортын булдырыу өсөн инвесторҙар йәлеп итеү, Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендәге «Морат-туғай»ҙы йыл әйләнәһенә хеҙмәтләндереүсе ҙур комплекс итеп үҫтереү күҙҙаллана.
Рәсәй федерацияһы башҡорттары дәүләт программаһында Силәбе ҡалаһы һәм өлкәһендә йәшәүсе 170 меңдән ашыу милләттәшебеҙҙең рухи-мәҙәни ихтыяждарын нығытыу ҙа иҫәпкә алынған. Башҡортостан вәкиллеге лә был программаны ашырыу буйынса аныҡ эштәр башҡара. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектәге тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә төрлө мәҙәни проекттар тормошҡа ашырыла. Вәкиллек өлкәгә Башҡортостан сәнғәт оҫталары гастролдәрен ойоштороуҙа ла булышлыҡ итә.
Былтыр рухи күперҙе нығытыуға тағы бер аҙым яһалды. Төбәктә «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы үҙ эшен башланы. Республика тормошондағы һуңғы хәл-ваҡиғалар менән танышыу, башҡорт мәҙәниәте, теле һәм музыкаль сәнғәте үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Шулай ҙа, үҙ-ара хеҙмәттәшлек проекты эштәре бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты йәйелдереү, урман хужалығы тармағында тәжрибә уртаҡлашыу, төбәк-ара тауар әйләнешен яйға һалыу юлдары барлана.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика