Башҡортостан менән «Роснефть» компанияһы хеҙмәттәшлек ептәрен нығыта 02.06.2017

Санкт-Петербургта үткән 21-се халыҡ-ара иҡтисад форумы сиктәрендә яҡтар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән «Роснефть» нефть компанияһы акционерҙар йәмғиәтенең баш башҡарма директоры Игорь Сечин ҡул ҡуйҙы.

Килешеү «Роснефть» компанияһының социаль, шул иҫәптән физкультура һәм спорт өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуын күҙаллай. Үҙ сиратында Башҡортостан Хөкүмәте ҡануниәткә ярашлы, инвестиция әүҙемлеген дәртләндерү һәм эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу өсөн саралар күрәсәк, тине Рөстәм Хәмитов. Цитата. «Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү республика өсөн принципиаль әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостанда «Роснефть» алып барған хәйриә программаһының күләмен һәм йөкмәткеһен билдәләй. Документ мөһим социаль проекттар, шул иҫәптән төбәк муниципалитеттарында ҡаралғандарын да тормошҡа ашырыуҙы  күҙаллай. Объекттар исемлеге муниципалитеттарҙың теләген иҫәпкә алып төҙөлдө». Цитата тамам.  
Игорь Сечин да «Роснефть» компанияһы Башҡортостанда яңыраҡ эш башлауға ҡарамаҫтан, республика  етәкселеге менән конструктив хеҙмәттәшлектең йылдам үҫешеүен билдәләне. Цитата. Әленән үк берлектәге эшмәкәрлектең «Башнефть» компанияһы һәм төбәк иҡтисады өсөн дә мөһим аныҡ һөҙөмтәләре бар. Киләсәктә компания Өфө заводтары төркөмөн модернизациялауҙы тамамларға ниәтләй. Был шулай уҡ компанияның производсто базаһы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Шулай уҡ, беҙ, билдәләнгән социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу иҫәбенә республикала тормош кимәлен һиҙелерлек күтәрергә ниәтләйбеҙ. Цитата тамам.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика