Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының иҡтисад буйынса  урынбаҫары  ҡыҫҡартыла, уның бурыстары башҡа вице-премьерҙарға бүлеп бирелә 29.06.2015

Был турала бөгөн Республика башлығы  оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

Документҡа ярашлы,  иҡтисад өлкәһендә дәүләт идараһы, иҡтисади үҫеш,  инвестициялар йәлеп итеү, социаль-иҡтисади  программаларҙы әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу, «Берҙәм тәҙрә» системаһы буйынса дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәновҡа йөкмәтелә.
Йәштәр, физик культура һәм спорт мәсьәләләре,  хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау,  енәйәткә ҡаршы көрәш, йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү,  мобилизация әҙерлеген  ойоштороу  менән вице-премьер Марат Мәһәҙиев шөғөлләнәсәк.  Ул шулай уҡ ошо йүнәлештәр буйынса республика комиссияларын да етәкләй.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шароновҡа өҫтәмә рәүештә  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән бәйле  мәсьәләләр йөкмәтелә.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ  иҡтисад буйынса  вице-премьер вазифаһынан бушатылған Евгений Мавриндың  Республика башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнеүе тураһында ла белдерҙе.   Ә Республика башлығы хакимиәтенең  муниципаль берәмектәр менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса идаралыҡты етәкләү бурысы  Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Григорий Букреевҡа йөкмәтелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика