Башҡортостан башлығы республика буйынса Эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында ҡатнашты 26.01.2016

Кәңәшмә барышында уҙған йылға йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде.

Телмәрендә Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС ойошмаларына ингән дәүләт башлыҡтары саммитында именлекте тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сит ил делегациялары вәкилдәре, шул иҫәптән эшҡыуарҙар, мәҙәниәт, фән әһелдәре, ябай туристар Башҡортостанды  тотороҡло һәм тыныс төбәк икәнлегенә үҙҙәре күреп инанды, эшегеҙҙе юғары кимәлдә башҡарыуығыҙ һөҙөмтәһендә республиканың абруйы күтәрелде, тине Башҡортостан Башлығы. Донъя баҙарында ҡатмарлы финанс-иҡтисади шарттарҙа йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ирештегеҙ. Әле Башҡортостанда күпселек макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса һиҙелерлек алға китеш күҙәтелә. Сәнәғәт предприятиелары  етештереү күләмен кәметмәне, инвестициялар  арта, торлаҡ төҙөлөшө буйынса Рәсәйҙә бишенсе, ә Волга буйы федераль округында  беренсе урынға сыҡтыҡ тип билдәләне, республика етәксеһе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы, иҡтисади яҡтан көслө төбәктәре исемлегендә. Шуға ла киләһе осорҙа төп бурыс был ҡаҙаныштарҙы юғалтмау, халыҡтың йәшәү кимәле кәмеүенә юл ҡуймау, тигән фекер белдерҙе. Тәртип һаҡсылары алдындағы киләһе осорға  бурыстарға туҡталып, тәү сиратта  законлылыҡты тәьмин итеү, Башҡортостан халҡының хоҡуҡ мәнфәғәттәрен яҡлау артабанғы тотороҡло үҫештең нигеҙҙәренең береһе тип белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика