Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон менән осрашты 09.07.2015

Яҡтар иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек үҫеше мәсьәләләрен, шулай уҡ төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Осрашыу алдынан Рөстәм Хәмитов менән Эмомали Рахмон ХХ быуатта йәшәгән Тажикстан рәссамдарының Ирандың Рәсәйҙәге илселеге етәкселегендә ойошторолған «Таулы яҡтың һынлы сәнғәт әҫәрҙәре. Тажикстан. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ере» исемле картиналар күргәҙмәһен ҡараны. Күргәҙмәгә Рәсәйҙең шәхси коллекцияһынан 300-ҙән ашыу ижади эш ҡуйылған. Тажикстанға арналған экспозиция менән танышҡандан һуң бүләктәр менән алышыу тантанаһы үтте. Сил ил етәксеһе коллекцияны йыйыусы Юлия Вербицкаяға махсус рәүештә картина ла килтергән.
Артабан Башҡортостан менән Тажикстан етәкселәренең әңгәмәһе  төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү юлдарын тикшереү өсөн  өҫтәл артында дауам итте. Фекер алышыуҙар барышында Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткән «Р2 Р»  йәғни, төбәккә - төбәк форматында хеҙмәттәшлек мәсьәләһе күтәрелде.  Ул төрлө ил эшҡыуарҙары араһында бәйләнештәрҙе  һөҙөмтәле нығытыу мөмкинлеге бирәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика