Башҡортостанға 80 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителәсәк

Башҡортостанға 80 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителәсәк 28.02.2017

Бөгөн Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы үҙ эшен тамамланы. Күләмле сараға  Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы ла барҙы. Башҡортостан башлығы  форумдың пленар ултырышында, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың бюджеттан тыш сәйәсәт мәсьәләләре буйынса төбәк башлыҡтары менән осрашыуында ҡатнашты.

Ҡул ҡуйылған килешеүҙәргә килгәндә, Бәләбәйҙә сусҡалар үрсетеү буйынса селекция-гибрид үҙәге, шулай уҡ тәүлегенә бер нисә тиҫтә тонна продукция етештереүсе ит комбинаты сафҡа инәсәк.  Белорет районында ағас эшкәртеү предприятиеһын төҙөү өсөн инвесторҙар 50 миллион евро йәлеп итәсәк. Бынан тыш, Учалыла коммуналь иифраструктура яҡшыртыласаҡ. Әлбиттә, был форумда ҡабул ителгән килешеүҙәрҙең бер өлөшө генә. Документтарға ҡул ҡуйыуҙа республика властары ғына түгел, муниципалитет башлыҡтары ла ҡатнашты.  
Форумда федераль үҙәк һәм төбәктәрҙең бюджет-ара мөнәсәббәттәре буйынса етди фекер алышынды.  Унда республика етәксеһе сығыш яһап, төбәктең социаль-иҡтисади хәле, иҡтисади процесты оптимәлләштереү һәм финанс сығымдарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар менән таныштырҙы.  Бынан тыш, ул  эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм үҫтереү, граждандарҙың социаль әүҙемлеге тураһында ла һуҙ ҡуҙғатты.  
Форум һуңында Башҡортостан Хөкүмәте менән Почта банкы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документҡа ярашлы, киләһе ике йылда кредит ойошмаһы республикалағы һәр икенсе почтала банк бүлексәһен асасаҡ. Ул халыҡҡа банктың барлыҡ хеҙмәттәрен дә тәҡдим итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика