Башҡорт тоҡомло бал ҡорто закон менән һаҡланасаҡ

Башҡорт тоҡомло  бал ҡорто закон менән һаҡланасаҡ 21.11.2017

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай  Президиумы ултырышында депутаттар 30 ноябрҙә үтәсәк  Республика  парламенты пленар ултырышының көн тәртибен раҫланы.

Төбәктең транспорт һалымы тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә. Ул дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, мәғариф ойошмалары,һәм башҡа ташламалы транспорт һалымы түләгәндәрҙе транспорт  һалымынан  азат итеүгә ҡағыла.
Шулай уҡ 2018 йылға һәм 2020 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауы . Бынан тыш  киләһе осорға Башҡортостан  бюджеты тураһында»  закон проекттары тикшереләсәк. Республика парламенты пленар ултырышында бөтәһе 25 закон проекты, ҡырҡтан ашыу һорау ҡараласаҡ. 14 закон проектын беренсе уҡыуға сығарыла.  Күҙалланыуынса, пленар ултырышта Башҡортостан  башлығы Рөстәм  Хәмитов Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ
Республикаға  ситтән бал ҡорттарын индереү тәртибе лә ҡәтғиләшә. Башҡортостандың «Умартасылыҡ» тураһында законына  бөтәһе алты  төҙәтмә индерелеүе көтөлә. Ул башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.    

    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика