Баш ҡалала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең йәштәр инновацион форумына әҙерлек планға ярашлы бара

Баш ҡалала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең йәштәр инновацион форумына әҙерлек планға ярашлы бара 18.09.2014

Күләмле сара быйыл 7 октябрҙән алып 10-ына тиклем үтәсәк. Унда Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстан һәм Үзбәкстандан йәш ғалимдарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Бөгөн форумды ойоштороу комитеты ултырышында  әҙерлек кимәле  тикшерелде.

Өс көнгә һуҙыласаҡ форумда йәштәр иҡтисад үҫешендә фән һәм инновацияларҙың роле тураһында фекер алышасаҡ. Саҡырылған ҡунаҡтар баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары һәм студенттарҙың алдынғы технологиялары һәм асыштары менән таныша аласаҡ. Сараға йәш ғалимдар башланғысын финанс яҡтан ярҙам итә алырлыҡ инвесторҙарҙың да килеүе көтөлә. Улар иң яҡшы проекттарҙы үҙҙәре һайлап аласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика