Баш ҡала уртаһында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһына ҡараусылар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында тауыш бирҙе

Баш ҡала уртаһында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһына ҡараусылар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында тауыш бирҙе 14.09.2014

Улар араһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та бар.

Йыш ҡына өлкәндәр хаҡында түҙемле, сабыр тип әйтәләр. Оло йәштәге абруйлы табип, профессор Әмир Шамаев та һайлауға иртәнге сәғәттәрҙә үк килде.  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та комиссия ағзаларын, журналистарҙы оҙаҡ көттөрмәне был көндө.
Закондарҙа етешһеҙлектәр күпме тигән һорауҙы йыш ишетергә тура килә, ти Константин Борисович. Йылдам үҫешкән йәмғиәттә улар бер ҡасан да 100 проценты менән камил була алмай. Тимәк, ҡанундар ҙа ил менән бергә үҙгәрергә тейеш. Ҡоролтай рәйесе фекеренсә, быйылғы һайлау кампанияһы башҡа йылдар менән сағыштырғанда, ысынлап та, тыныс үтә.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева һайлауҙа пассивлыҡ күрһәтеүселәр менән килешә алмауын билдәләй.
Өфөнөң Дорофеев, Киров, Коммунистик һәм Чернышевский урамдарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе 109-сы һайлау участкаһына 2 меңдән ашыу бюллетень бирелгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: иҫәптән төшөрөүсе 40  таныҡлыҡтың  34-е икенсе ерҙә һайлау өсөн алып кителгән.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку