Баш ҡалаға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец килде 31.10.2014

Баш ҡала аэропортында уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды. Ил Хөкүмәтендә социаль мәсьәләләргә яуаплы  вице-премьер иң тәүҙә Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының яңы бинаһын рәсми асыу тантанаһында ҡатнашты. Республика етәксеһе менән бергә улар музейҙың фонд һаҡлағысы менән танышты, «Башҡортостандың һынлы сәнғәте» тигән ҙур күргәҙмәне ҡараны.  

Яңы асылған бинаның дөйөм майҙаны - 4 мең ярым квадрат метр самаһы. Уның икенсе ҡатын экспозиция майҙандары биләй, өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттарҙа  картиналарҙы заманса һаҡлау бүлмәһе урынлашҡан. Сарала  Башҡортостан Президенты вице-премьерға Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыу  уңайынан  баҫылған  каталог һәм  юбилей миҙалы тапшырылды. Ольга Голодец  музейҙың иҫтәлек китабында үҙенең тәьҫораттарын яҙып ҡалдырҙы.  
Ольга Голодец һәм  Рөстәм Хәмитов 2013 йылдың йәйендә  асылған Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусын да ҡараны. Вице-премьер  ауырлы ҡатындарға тыуҙырылған шарттар һәм  дауалау учреждениеһында эш хаҡы кимәле менән ҡыҙыҡһынды. Ольга Голодец шулай уҡ Өфөнөң 39-сы гимназияһында, Сипайлово биҫтәһендәге балалар баҡсаһында, моторҙар эшләү берекмәһенең авиация технологиялар технопаркында ла булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика