Бөгөн Республика йортонда  һөнәрендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән замандаштарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды 01.12.2016

Хеҙмәт алдынғыларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный тәбрикләне.

Ауылдан сыҡҡан атлылар халыҡ-ара уйындарҙа дүртенсе урын яуланы. Ҡырғыҙстанда үткән икенсе бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостан данын яҡлаусы Баймаҡ командаһы Ылаҡ уйыны буйынса донъя чемпиондары менән алышты. Тыуған республикаһында боронғо уйынды тергеҙеп, халыҡ-ара кимәлдә 4 урынға сығыу Баймаҡ атлылары өсөн ҙур ҡаҙаныш тип билдәләнде ярыштарҙан һуң. Бөгөн команда етәксеһе Вадим Ғәбитов Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә 60 кеше. Улар араһында инженерҙар, токарҙәр, төҙөүселәр, водителдәр  табиптар бар. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең бер төркөм хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған машина төҙөүсеһе тигән юғары исем менән бүләкләнде. Тәбрикләнеүселәр араһында педагогтар ҙа байтаҡ. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының биология уҡытыусыһы Динә Фазылғаяноваға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелде. Был ҡаҙанышын ул тырыш хеҙмәт емеше тип баһалай.
Хеҙмәт ҡаҙаныштары, йәмәғәтселек иғтибарына еткерелгәндә ҡәҙерле. Был йәһәттән иң элек киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәте ҙур. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте республика һулышын тойоп эшләй. Шуға ла бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәштәребеҙҙе күреү икеләтә шатлыҡлы күренеш. Республиканың төп телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәте етәксеһе Шамил Ишемйәров бөгөн Республика Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Башҡортостан илдең алдынғы төбәктәре исемлегендә. Заман ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, иҡтисад, сәнәғәт, социаль өлкәлә үҫеш күҙәтелә тип билдәләнде тантанала. Башҡаса мөмкин дә түгел. Республика  үҙ эшен өҙөлөп яратҡан, һөнәренең оҫтаһы  булған хеҙмәт алдынғылары алға әйҙәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика