Бөгөн республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшлекле советы ултырышында сығыш яһаны 10.09.2014

Саммит Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәмбе ҡалаһында асылды. Телмәрендә ул  төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәренә туҡталды. Был йәһәттән ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарыу халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн яҡшы форсат бирә. Рөстәм Хәмитов киләһе йылда Өфөлә уҙасаҡ форумда ҡатнашырға саҡырҙы. Ойошмаға ингән илдәрҙең төбәктәрен яҡындан таныу өсөн Иҡтисад, мәҙәниәт өсөн айырым көндәр бүлеү тәҡдиме менән сығыш яһаны республика етәксеһе. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ саммиттарға әҙерлек барышы тураһында ла һөйләп үтте. Төп мәсьәлә Өфөлә тиҫтәгә яҡын  ҡунаҡхана төҙөлөшө, уларҙың барыһы ла 2015-се йылдың мартынан ҡалмай сафҡа инергә тейеш.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика