Бөгөн Республика башлығы Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды

Бөгөн Республика башлығы Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды 27.01.2016

Рөстәм Хәмитов предприятиеның самолеттар двигателдәре йыйыу цехындағы яңы өлгөләрҙе ҡараны,  сит илдәр менән бәйләнештәрҙе нығытыу юлдарын барланы.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе  Рәсәйҙең иң  ҡеүәтле авиасәнәғәт предприятиеларының береһе. Бында барлығы 20 мең кеше эшләй. 1925 йылдан алып эшләгән заводта 200-гә яҡын төр самолет   һәм ракеталар өсөн 50-ләп  модель авиадвигателдәр сығарылған. Һуғыш йылдарында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе фронтҡа 50 меңдән ашыу авиадвигатель ебәрә. Ә М-105 моторы 40-сы йылдарҙа иң күләмле сығарылған двигателдәр исемлегенә инә. Данлыҡлы традициялар әле лә дауам итә, предприятие сит илдәр менән әүҙем эшләй.  Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең  продукцияһы донъя баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Предприятие етәкселеге Республика башлығына авидвигателдәр йыйыу цехында  сығарылған төрҙәрҙе күрһәтте. Хужалар әйтеүенсә, заказдар күп, мәҫәлән, был цехта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика