Бөгөн һәм алдағы көндәрҙә Өфө донъя сәйәсәте үҙәгенә әйләнәсәк 08.07.2015

Ул -  ШОС һәм БРИКС илдәре саммитын уҙғарыу хужаһы. Республика беренселәрҙән булып БРИКС финанс форумын ҡабул итә. Уға Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм уға һуңғыларҙан булып 2011 йылда ҡушылыусы Көньяҡ Африка республикаһы инә. Рәсәй  БРИКС саммитын икенсегә уҙғара, ә бына көнбайыш санкция шарттарында  беренсегә.

Бразилия ауыл хужалығы тауарҙары менән билдәле булһа, Ҡытай ҡеүәтле етештереү базаһы. Рәсәй менән Көньяҡ Африка республикаһы тәбиғи ҡаҙылма байлыҡтары менән дан тота. Һиндостан интеллектуаль ресурстары менән айырыла.  БРИКС - планетала йәшәүсе  халыҡтың 43 процентын берләштерә. Бөгөн Өфөгә юғары ҡунаҡтар килеүен дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика