Бөгөн Өфөлә Шос һәм Брикс саммитарының  халыҡ-ара матбуғат үҙәге асылды 07.07.2015

Конгресс Холл эргәһендәге  майҙандан донъяның төрлө  ҡитғаларына  Башҡортостандағы саммит хаҡында мәғлүмәттәр  еткереләсәк.  Бында журналистар  сараны тулыһынса һәм сифатлы итеп яҡтырта алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бөгөн үҙәктә тәүге брифинг  уҙҙы.  Рәсәйҙәге Шос һәм Брикс  саммиты рәйеслеген тәьмин итеү  һәм әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының  яуаплы секретары Антон Кобяков журналистар менән осрашты.  

Матбуғат үҙәген бәләкәй ҡаласыҡ тип әйтергә мөмкин. Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге   майҙан хәҙер   заман технологиялары менән йыһазландырылған  заманса компанияны хәтерләтә. Бында һәр журналистың үҙ эш  өҫтәле.  Баҫма матбуғат саралары, телевидение һәм башҡа электрон саралар өсөн  айырым   урындар ҡаралған. Матбуғат үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй,  бында брифингтар, тура трансляциялар һәм кәңәшмәләр уҙасаҡ.  Бөгөн үҙәктә  ойоштороу комитеты етәкселегенең  журналистар менән тәүге осрашыуы үтте.  
Саммиттарҙы яҡтыртыуға барлығы 1 мең 700 журналист ғариза биргән, әлегә уларҙың яртыһы тиерлек килеп эш башлаған да инде. Иң ҙур делегация Ҡытайҙан, 150 кеше.  Был аңлашыла, был дәүләт Рәсәйҙең стратегик партнерҙарының береһе. Ҡытай журналистарының   кәйефе күтәренке, уларға Өфө лә, ойоштороу кимәле лә  бик оҡшаған.
Саммиттарҙы яҡтыртҡан журналистарҙың күбеһе сит илдәрҙән. Матбуғат үҙәгендә   Һиндостан, Бразилия,  Иран һәм башҡа илдәрҙең  вәкилдәрен осратырға мөмкин.  Ҡаҙағстан  журналистары башҡорт теленең ҡаҙаҡтыҡына оҡшаш булыуын һәм урамдағы яҙыуҙарҙы тәржемәһеҙ ҙә аңлауын билдәләй.  Ике халыҡтың күңел торошо ла бер, ти улар.
Матбуғат үҙәгенең майҙаны 20 мең квадрат метр, бында  эшләү генә түгел, ял итеп алырға ла мөмкин. Һәйкәл менән  фонтан янында  саф һауа һуларға  йәки үҙәктәге экспозициялар менән танышырға. Залда  Өфө  ҡәлғәһенең макетын, Рудольф Нуриевтың сәхнә костюмын,  авиация двигателен күрергә була.    Тамаҡ ялғап алырға теләүселәр өсөн  ресторан эшләй.    Климат һәм ваҡыт үҙгәреүҙе ауыр  кисереүселәр ошонда уҡ табип бүлмәһенә мөрәжәғәт итә ала.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика