Бөгөн Өфөлә Рәсәй президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков етәкселегендәге эш төркөмө булды 28.10.2014

Улар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов оҙатыуында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре самиттарына әҙерләнгән объектарҙы ҡараны.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында әле  төҙөлөш-монтаж эштәре аҙағына яҡынлаша. Республиканың һауа ҡапҡаһы киләһе йылдың февралендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Артабан эшсе төркөм вәкилдәре дәүләт башлыҡтары, саммитҡа килеүселәр йәшәйәсәк бер нисә ҡунаҡханала булды. Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә төҙөлгән объект 162 бүлмәгә иҫәпләнгән. Ә "Ҡунаҡһарай" янында сафҡа индерелгән  комплекста 193 номер буласаҡ. Барлыҡ эштәрҙә декабрҙә тамамланыр тип көтөлә. Ҡунаҡханалар шулай уҡ  Гоголь, Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдарында төҙөлә. Ойоштороу комитеты вәкилдәре шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет теарында,Конгресс-холлда барған төҙөкләндереү эштәре  менән танышты. Уның һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй президенты хакимиәте вәкилдәре барлыҡ объектарҙа ла эштәр раҫланған график буйынса алып барылыуын билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика