Бөгөн Өфөлә «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сираттан тыш акционерҙар йыйылышы үтте

Бөгөн Өфөлә «Башнефть»  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сираттан тыш акционерҙар йыйылышы үтте 16.12.2016

Кәңәшмәлә тауыш биреү хоҡуғына эйә булған акция тотоусылар ҡатнашты, уларға ҡулында ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың дөйөм күләменән 2 проценттан да кәмерәк булмағандары ҡарай.

Көн тәртибендә «Башнефттең» директорҙар советы һәм ревизия комиссияһының вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатып, был органдарға яңы ағзалар тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Хәтерегеҙгә төшөрәм, яңыраҡ «Роснефть»кә һатылған компанияның директорҙар советына Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән уның урынбаҫары Евгений Гурьев тәҡдим ителгәйне. Акционерҙарҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә уларҙың икәүһе лә яңы директорҙар советына инде. Бөтәһе ошо идара итеү органына 10 кеше тәғәйенләнде, ҡалған һигеҙе «Роснефть» вәкилдәре.
«Башнефт»тең ревизия комиссияһына республиканан тәҡдим ителгән, Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары Лира Иғтисамова кандидатураһы раҫланманы. Компания акционерҙарына шулай уҡ Рөстәм Хәмитов та мөрәжәғәт итте, Республика башлығы Башҡортостан «Башнефть» менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен дауам итәсәк тип белдерҙе, социаль, спорт проекттары туҡтатылмаясаҡ. Быны тәьмин итеү өсөн, алдағы көндәрҙә хөкүмәт менән компания араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика