Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән Ҡырым Республикаһының дәүләт советы рәйесе  Владимир Константинов төбәк парламенттары  араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйҙы   09.10.2015

Уға  ярашлы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Ҡырым Республикаһы дәүләт советына  закондар сығарыу йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәк. Күп яҡлы хеҙмәттәшлек федераль закондарҙың, төбәк ҡануниәтенең  үтәлешен тикшереүҙе һәм башҡа йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.  Былтыр Башҡортостан делегацияһы Ҡырым ярымутрауында булып тауар-иҡтисади, фәнни-техник,  социаль, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәни өлкәлә бәйләнештәр булдырыу тураһында килешеү төҙөгәйне. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды, ярымутрау халҡына финанс һәм гуманитар ярҙам күрһәтте. Ҡырым Республикаһының дәүләт советы рәйесе  Владимир Константинов был ярҙам бик урынлы һәм ваҡытлы булды, тине.  

Сирек быуатҡа яҡын башҡа  дәүләт составында  йәшәгән Ҡырым ярымутрау парламенты алдында  яңы закондар  ҡабул итеү һәм халыҡҡа улар буйынса йәшәргә өйрәтеү бурысы тора. Осрашыуҙа  Рәсәй составына ингәндән алып төбәктә  иҡтисади йәһәттә алға китеш бар,  һәм яңырыу юлындағы республика менән хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ тип билдәләнде. Ҡырым Республикаһы делегацияһына  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы буйлап экскурсия ойошторолдо  Владимир Константинов ултырыштар залы,  уның техник яҡтан йыһазландырылыу үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика