Бөгөн Башҡортостан Президентының инаугурацияһы үтте

Бөгөн Башҡортостан Президентының инаугурацияһы үтте 25.09.2014

Рөстәм Хәмитовтың вазифаға инеү тантанаһы  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда уҙҙы.  

Бөгөнгө сараны республика тарихында иҫтәлекле ваҡиға тип әйтергә мөмкин. Һуңғы 10 йылдан ашыу ваҡыт эсендә Башҡортостан Президенты федераль үҙәк тарафынан тәғәйенләнеп килде. Был юлы иһә вәкәләттәр һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса тапшырыла. Рөстәм Хәмитов республика халҡының 81 проценттан ашыу тауышын йыйҙы. Һайлауҙар ваҡытынан алда үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, политологтар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре был сәйәси кампанияла халыҡтың әүҙемлеген, республика киләсәгенә битараф булмауын билдәләй.
Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Президенты вазифаһын үтәй башлауға арналған тантанала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов, министрлыҡ, ведомство вәкилдәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов үҙ вәкәләттәрен яуаплы үтәргә, республика халҡына тоғро хеҙмәт итергә ант бирҙе.
Башҡортостан Конституцияһының 84-се һәм 85-се статьяларына ярашлы, Рөстәм Хәмитов үҙ вәкәләттәрен үтәй башланы. Халыҡ һайлаған етәксегә тантаналы рәүештә Башҡортостан Президенты таныҡлығы тапшырылды. Рөстәм Хәмитов һайлаусыларға ышаныс өсөн рәхмәт белдереп, Башҡортостанда алып барылған әлеге курс киләсәктә лә дауам итәсәк тип билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика