Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Ырымбурҙа үткән Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Ырымбурҙа үткән Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты 28.03.2017

Кәңәшмәлә  криминал һәм «күләгәләге» иҡтисадҡа ҡаршы көрәштә федераль һәм төбәк органдары властарының берлектәге хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләһе тикшерелде.  Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, әле эшкә яраҡлы халыҡтың 25 процент самаһы хеҙмәт хаҡын конверттарҙа ала.

Шуға ла граждандарҙың һалым түләүҙән ҡасыуы һәм законһыҙ финанс операциялар һөҙөмтәһендә бюджет ҙур юғалтыуҙар кисерә.  Былтыр ғына күрелгән зыян күләме 27 миллиард һумдан ашып киткән. Күләгәләге иҡтисад һәм законһыҙ эшҡыуарлыҡ округтың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешенә хәүеф менән янай тине Михаил Бабич. Совет ултырышы һөҙөмтәләре буйынса ил Хөкүмәтенә һәм Дәүләт Думаһына аныҡ тәҡдимдәр ҡабул ителде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика