Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов  хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы 03.09.2015

Юғары баһаға бөтәһе 45 кеше лайыҡ булды. Улар араһында төҙөүселәр, водителдәр, иҡтисадсылар һәм сәнғәт әһелдәре лә бар.

Тәбрикләү һүҙендә Рөстәм Хәмитов йыйылыусыларҙың юғары профессионализмын билдәләне. Төбәк етәксеһе хеҙмәт алдынғыларының Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙәге өлөшөн дә баһаланы.
Наградаларға килгәндә, бөгөн Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары, Башҡортостандың почетлы грамотаһы, атҡаҙанған төҙөүсе, иҡтисадсы, рәссам һәм башҡа дәрәжәле исемдәр бирелде. Бүләкләнеүселәр артабан да республика мәнфәғәтенә тырышып хеҙмәт итәсәген белдерә.  
Юғары наградалар коллективтарға ла тапшырылды. 2014 йылдың һөҙөмтәләре буйынса сифатлы эше өсөн Башҡортостан башлығы дипломына мәҫәлән Өфө дәүләт нефть техник университеты, Мәләүездең тимер һәм бетон кострукциялары һәм башҡа предприятиелар коллективтары лайыҡ булды

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика