Бөгөн  Һамарҙа Волга буйы федераль округы советы ултырышы үтте 25.06.2015

Осрашыуҙа заманса шарттарҙа экстремизм һәм терроризмға ҡаршы көрәш өлкәһендә илдең милли именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.  Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.  

Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле үҙ сығышында  донъяның терроризм менән  бик оҙаҡ һәм ҡайһы ваҡытта уңышһыҙ көрәш алып барыуын билдәләне. Терроризмдың төп бурысы- халыҡты ҡурҡытыу.  Шуға ла ҡәһәрле акцияны ойоштороусылар мөмкин тиклем күберәк кешене ҡырыу ниәте менән яна, тине Михаил Бабич. Терроризмға ҡаршы тороуҙа айырыуса төрлө кимәлдәге власть органдарының һәм гражданлыҡ йәмғиәтенең берҙәм эш итеүен көсәйтеү мөһим. Яҡын киләсәктә федераль округта халыҡ-ара  кимәлдәге ваҡиғалар үтәсәк. Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары, Ҡазанда һыуҙағы спорт төрҙәре буйынса донъя чемпионаты ваҡытында хәүефһеҙлек сараларына ҙур иғтибар бүлеү талап ителәсәк.  Совет ултырышында шулай уҡ төбәктәрҙәге террорға ҡаршы комиссияларҙың 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән стратегияны ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре барланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика