Айырыуса һаҡланған биләмәләр тураһындағы закон тәбиғи ҡомартҡыларға зыян килтермәйәсәк

Айырыуса һаҡланған биләмәләр тураһындағы закон тәбиғи ҡомартҡыларға зыян килтермәйәсәк 23.04.2015

Был ҡануниәт ҡайһы бер ҡурсаулыҡтарҙың статусын алыу өсөн эшләнгән тигән фекерҙәр төптө дөрөҫ түгел,  ти депутаттар. Бөгөн был туралағы проект  өсөнсө уҡыуҙы үтеп закон статусын алды. Нимәне күҙ уңында тота һуң яңы закон?

Тәү ҡарашҡа закон проекты айырыуса һаҡланған биләмәләргә ҡаршы эшләнгән төҫлө. Ләкин был фекерҙәр төптө нигеҙһеҙ  Уны тәҡдим итеүсе депутат Руфина Шаһапова әйтеүенсә, төптәнерәк уҡып ҡарағанда, был документтың тәбиғәт ҡомартҡыларына бөтөнләй ҡағылышы булмауын аңларға мөмкин.
Нисек кенә булмаһын проект өсөнсө уҡыуҙы үтеп закон статусын алды. Залда ултырған 108 депутаттың бишеһе генә уға  ҡаршы сыҡты. Документтың ниндәй маҡсатта ҡабул ителгәнен ентекләп аңлатмағанға тиклем   улар  күберәк ине , ти Руфина Шаһапова.  Ун туғыҙысы ултырышта йәмғеһе илленән ашыу һорау ҡаралды. Иғтибар үҙәгендә Еңеүҙең 70 йыллығы.  Парламент сәғәтендә сығыш яһап, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ветерандарҙың социаль мәсьәләләре хәл ителеше тураһында һөйләне. Ә коммунистар иһә Еңеү байрағын 9 майҙа ғына түгел, башҡа байрамдарҙа ла элеү тәҡдиме индерҙе.
Вадим Старов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: «Күп кенә йәштәр Еңеү байрағының ниндәйерәк икәнен дә белмәй. Ә бит 9 май беҙҙең өсөн иң бөйөк байрам. Беҙҙең уйыбыҙса, Еңеү байрағы һәр байрамда ла эленергә тейеш. Киләсәк быуын үҙ тарихын белергә тейеш һәм беҙ шул рәүешле тыныс тормош бүләк итеүселәргә хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Был мәсьәлә башҡа төбәктәрҙә лә күтәрелә».
Депутаттар яуҙа һәләк булғандарҙың ҡәберлектәрен эҙләү отрядтарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы закон проектын да тәүге уҡыуҙа ҡараны.  Ул ҡабул ителһә, эҙәрмәндәр эше күпкә әүҙемләшәсәк, тигән фекерҙә халыҡ депутаттары.
Әйткәндәй, был закон проекты мигранттарҙы уҡытыуҙы ла күҙ уңында тота. Парламент ағзалары фекеренсә,сит илдәрҙән килеүселәр урындағы телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы белергә тейеш. Урындағы властар уларға белем алырға ярҙам итергә тейеш буласаҡ. Дөрөҫ, аҡсалата түгел. Закон аудиториялар, әсбаптар менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика