Һауылған һөттө ҡайҙа тапшырырға, ауылда һыу юҡ, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә уңайлы шарттар ҡасан тыуҙырылыр?

Һауылған һөттө ҡайҙа тапшырырға, ауылда һыу юҡ, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә уңайлы шарттар ҡасан тыуҙырылыр? 07.07.2016

Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов бөгөн халыҡты ҡабул итте. Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙары төрлө. Берәүҙәр балалар баҡсаһы һораһа, икенселәре ихаталар араһында үткәрелгән конкурс һөҙөмтәләренә ризаһыҙылҡ белдерә. Шулай ҙа һәр бер һорау республика етәксеһе яғынан ыңғай баһаланып хәл ителеш алды.

Рөстәм Хәмитовтың аңғармаҫтан ҡала йорттары ихатаһына килеп инеүен береһе лә көтмәгәйне. Ләкин был йортта ҡунаҡ ҡаршылау оят түгел, тип ышандыра хужалар. Улар быйыл баш ҡалала ойошторолған «Иң яҡшы ихата» конкурсында ҡатнашҡан. Шулай ҙа иң ҙур бүләк, йөҙ мең һумды отоу бәхете теймәгән. Тап өсөнсө урынды ғына алыуҙары йортта йәшәүселәрҙе Республика башлығына мөрәжәғәт итергә этәргән дә инде. Хужалар фекеренсә, конкурс һөҙөмтәләре ғәҙел түгел.
Рөстәм Хәмитов ихатаның беренсе урынға лайыҡмы, юҡмы икәнлеген үҙе баһаларға булды. Халыҡтың бөхтәлеккә һәм тәртипкә ынтылыуы яҡшы күренеш, шулай ҙа эшләйһе эштәр ихатала байтаҡ, тине ул. Шулай уҡ икенсе йыл был конкурс комиссияһына үҙе инергә теләүен белдерҙе.
Һәр мәсьәләне урынға барып өйрәнмәһә лә Республика башлығы башҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарын да ентекле тикшерҙе. Ҡабул итеүгә килгән тиҫтәгә яҡын кешенең барыһы ла ыңғай яуап алды. Владимир Ғәлиевты мәҫәлән, республика етәксеһенә мөрәжәғәт итергә тамам ялҡытҡан коммуналь проблемалар этәргән. Стәрлебаш ауылындағы иҫке йорттарҙа көн дә торбалар тишелеп авария булып тора. Шулай ҙа мәсьәлә хәл ителмәй түгел. Район етәкселеге яңы һыу үткәргестәр һала башлаған.
Республика етәксеһе һыу үткәргестәр проблемаһы бер Стәрлебашта ғына түгеллеген билдәләне. Мәсьәлә төрлө райондарҙа яйлап хәл ителә бара. Торбалар яңыртыла, һыу башнялары төҙөлә.
Әлшәй районынан Зөлфиә Зарипова ла Башҡортостан башлығына сараһыҙлыҡтан килгән. Йәш ҡатын тормош иптәше менән ғаилә фермаһы асып ебәргән. Ләкин йүнселдәргә аяҡҡа баҫыу ауыр, ти ул. Районда хатта, етештерелгән һөттө тапшырырлыҡ та урын юҡ. Бындай ауырлыҡтарҙы үҙ эшен асырға теләүселәрҙең барыһы ла үтергә мәжбүр. Тәжрибә, башланғыс капиталдың етмәүе эште күпкә тотҡарлай. Бындай осраҡта район етәкселеге хоҡуҡи, мәғлүмәти яҡтан йүнселдәргә терәк булырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығына мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы ла шәхси һорау менән килмәгән. Күпселек тотош йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләне күтәрә. Кемдәрҙер спорт һорайы төҙөүҙөрен һораһа, берәүҙәр мөмкинлектәре сикләнгәндәр мәнфәғәтенән сығыш яһай. Әлбиттә, күпселек исеменән бирелгән һорауҙарҙың тәү сиратта ҡараласағы билдәле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика