Атырау ҡалаһында Углеводород өлкәһендәге инновацияларға арналған Рәсәй менән Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенең XI форумы үтте

Атырау ҡалаһында Углеводород өлкәһендәге инновацияларға арналған Рәсәй менән Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенең XI форумы үтте 01.10.2014

Кәңәшмәнең пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов  сығыш яһаны.

Республика етәксеһе төп иғтибарын «ШОС киңлегендә Башҡортостан менән Ҡаҙағстан төбәктәре хеҙмәттәшлеге өлгөһөндә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү»гә арнаны. Рәсәй президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев рәйеслегендә үткән форумда нефть-газ өлкәһенә заманса технологиялар индереү мәсьәләләре тикшерелде.

Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбенә инә. Былтыр тышҡы сауҙа әйләнеше 900 миллион доллар тәшкил иткән. Ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре ҙур. Атап әйткәндә, нефть эшкәртеү өлкәһендә күп йыллыҡ бәйләнештәр булдырылған. 


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика