Ҡариҙел районындағы урау юл һәм күперҙе ваҡытынан алда сафҡа индерергә мөмкин, тик сифат аҡһарға тейеш түгел

Ҡариҙел  районындағы урау юл һәм күперҙе ваҡытынан алда сафҡа индерергә мөмкин, тик сифат аҡһарға тейеш түгел 09.06.2017

Был турала Республика башлығы Ҡариҙел районына эш  сәфәре барышында белдерҙе. Әле бында төҙөлөш эштәре тулы ҡеүәтенә бара.

Әле Ҡариҙел йылғаһы буйында төҙөлөш ҡайнай, урында  328 метрлыҡ күпер һәм ун километр оҙонлоғондағы урау юлды һалыу бара. Проект хаҡы 1 миллиард 700 миллион һум.Әле  төҙөлөш майҙанында 100-ҙән ашык техника берәмеге эшләй.
Был юл Ҡариҙел  өсөн генә түгел, төньяҡ көнсығыш райондар һәм тотош Башҡортостан өсөн тарихи әһәмиәткә эйә. Урау юл Республиканы Свердлов,  Силәбе өлкәләре менән лә тоташтыра.
Проект өс сираттан тора һәм киләсәктә тағы 60 километр юл һалыу ҡаралған. Төҙөлөштө Башҡортостандың 100 йыллығына, 2019 йылда сафҡа индереү ҡаралған. Объектты финанслау тулыһынса республика иҫәбенә башҡарыла.  Рөстәм Хәмитов эште ваҡытынан алда тамамлау бурысын ҡуйҙы, әммә сифат аҡһарға тейеш түгел.
Ҡариҙел районында күпер һәм урау юл асылыуын ошоға тиклем понтон күпергә ҡарап торған һәм яҙлы-көҙлө ыҙа кисергән төбәк  халҡы ла, төньяҡ-көнсығыш райондар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Обьект был яҡта эшҡыуарлыҡ, туризм үҫешенә лә  ҙур йоғонто яһар тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика