Аҙна яңылыҡтары. Шәфҡәтлелек бизнес түгел, уны ҡомһоҙ кешеләрҙән яҡлау мөһим

Аҙна яңылыҡтары. Шәфҡәтлелек бизнес түгел, уны ҡомһоҙ кешеләрҙән яҡлау мөһим 20.11.2016

Был турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов  Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы, сикһеҙ мәрхәмәтлек форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләү телмәрендә белдерҙе. Йыйында 400-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.  Бөйөк Британия, Америка Ҡушма Штаттары, Германия кеүек көнбайыш блок илдәре менән бер рәттән ШОС һәм БРИКС ойошмаларына ингән дәүләттәрҙең вәкилдәре лә килгәйне. Маҡсат хәйриә эшен камиллаштырыу, мохтаждарҙа ихлас күңелдән ярҙам күрһәтеү.

Делегаттар араһында  мөмкинлектәре  сикләнгән кешеләрҙе берләштергән коммерция  булмаған ойошма вәкилдәре, хәйриә фондтары, социаль өлкәне көйләүсе дәүләт һәм муниципаль эшмәкәрҙәр бар ине.Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ысынлап та, майҙан киң. Әле Рәсәйҙә 7 меңдән ашыу хәйриә ойошмаһы  иҫәпләнә, 15 мең самаһы коммерция булмаған ойошма иҫәпләнә. Был ойошмаларға бүленгән Президент гранттары ла йылдан-йыл арта тип баһаланы Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова. Шуға ла  был йүнәлеште көйләүсе ҡануниәт артабан да камиллаштырыуҙы талап итә.
Башҡортостан башлығы форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, йәмғиәттә  хәйриә эштәре менән шөғөлләнеүселәр артыуы шатландыра тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтлек бизнес түгел уны ҡомһоҙ кешеләрҙән ҡурсалау мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика