79-сы йәшендә Үзбәкстандың беренсе Президенты Ислам Кәримовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны 03.09.2016

Ил Хөкүмәте таратҡан рәсми хәбәрҙә дәүләт башлығы инсульт кисереүҙән вафат булды, тиелә. Бөйөк шәхес тырышлығы менән республика 1990 йылда үҙаллылыҡ яулай һәм йәш дәүләттең ныҡлап аяҡҡа баҫып китеүенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.

Ислам Әбделғәни улы халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа ла ҙур эштәр башҡара.  Былтыр ул  Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы советы ултырышында ҡатнашыу өсөн Өфөгә килгәйне. Ул ваҡытта ШОС-та  рәйеслек итеү эстафетаһы Рәсәйҙән тап Үзбәкстанға тапшырылды.  Бөйөк дәүләт эшмәкәренең вафаты уңайынан  Үзбәкстанда бөгөн  өс көнлөк матәм көндәре иғлан ителде. Үҙ васыяты менән Бөйөк дәүләт эшмәкәре мосолман ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса тыуған Сәмәрҡәнд ҡалаһында ерләнде.  Матәм сараларында Дмитрий Медведев рәйеслегендә Рәсәй делегацияһы ла ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика