2021-се йылда Өфө  Бөтә донъя уйындарын ҡабул итмәй 22.01.2015

Мәртәбәле ярыштырҙы уҙғарыу урыны тип Американың Бирмингем ҡалаһы һайланды.

Кисә үткән осрашыуҙан һуң күптәр Өфө ҡалаһы тәҡдим иткән заявканы юғары баһаланы. Әммә белгестәр фекеренсә, Рәсәйгә ҡарата  индерелгән санкциялар һәм Ҡырымдың ҡушылыуы Бөтә донъя уйындары Халыҡ-ара ассоциацияһының башҡарма комитеты ҡарарында ла сағылыш тапмай ҡалманы.  Шуға ла  тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса елдең ҡайһы яҡтан иҫеүен төҫмөрләргә мөмкин. Еңеү яулаған  Бирмингем ҡалаһына килгәндә, бында 220 мең самаһы кеше йәшәй. Әммә ул Өфөнөн айырмалы үҙенең спорт инфраструктураһы менән әллә ни маҡтана алмай. Ошо туралағы тәнҡит мәҡәләһе  урындағы матбуғат баҫмаһында  ла донъя күргән. Белгестәр билдәләүенсә, Америкалағы ҡаланы һайлау башҡарма комитеттың беренсе сәйер ҡарары түгел. Мәҫәлән, уйындарҙы ҡабул итеү хоҡуғы бөтөнләй әҙер булмаған төбәктәргә тапшырылыуы билдәле.  Һуңынан еңгән ҡалаларҙың хатта ярыштарҙы үткәреүҙән баш тартҡан осраҡтары ла булған. Беҙгә иһә күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Сөнки заявка кампанияһында ҡатнашыу Өфөгә һәм Башҡортостанға  үҙен тағы ла бер тапҡыр  донъя кимәлендә танытыу мөмкинлеге бирҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика