2018 йылға тиклем күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк

2018  йылға тиклем күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк 17.05.2016

Был турала бөгөн Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев белдерҙе.  Республикала әле 38 меңдән ашыу ғаилә бушлай ер алыуға сиратта тора. 22 мең ер участкаһы хужаларына тапшырылған.

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Ер майҙандарына ихтыяж ҙур. Шул уҡ ваҡытта күптәр участкаларын алыу менән уны һатырға ашыға тип билдәләй белгестәр. Закондың үтәлешен тулы кимәлдә тәьмин итеү һәм ташламаға хоҡуҡлы граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында әле ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү тураһында һүҙ бара.  
Евгений Гурьев, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры: «Күп кенә ишле ғаиләләрҙең ысынлап та, ергә ихтыяжы юҡ, шуға ла можтажлыҡ буйынса сикләү индереү тәҡдиме бар. Бынан тыш, сират менән идара итеүҙә яңыса ҡараш кәрәк. Мәҫәлән, ер бүленеү тураһында өс тапҡыр яҙма  иҫкәртмә яһалғандан һуң, бәйләнешкә сыҡмаусыны сират аҙағына күсереү көнүҙәк мәсьәлә. Сөнки кешеләр ғәҙәттә бүленгән ерҙе оҡшатмай, өҫтәүенә, сиратты тотҡарлай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика