2017 йылда  Совет һалдаттары  иҫтәлегенә Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында һәйкәл, Өфө районында обелиск һәм  Нидерладттарҙа башҡорт яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл асыу мөмкинлектәре ҡарала 03.03.2017

Был турала  Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан  төбәк  бүлексәһе ағзалары менән Рәсәй мәҙәниәт министры,  Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский менән видеокәңәшмә барышында телгә алынды. Башҡарылған проекттар һәм киләсәккә пландар хаҡында һөйләшеүҙә билдәләнгән тағы бер мөһим проекттарҙы береһе - Башҡортостанда Рәсәй кавалерияһы музейы төҙөү.

Былтыр октябрҙә буласаҡ музей концепцияһына асыҡ конкурс үткәрелгән.Музей Ҡырмыҫҡалы районында урынлаша, ул  күргәҙмә,экспозиция залдарынан торасаҡ. Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған айырым бүлмә  булдырыу ҡарала. Музейҙы асыу Башҡортостандың 100 йыллығын байрам иткәндә - 2019 йылға биләләнгән.Тик тарихи объектты төҙөүҙә финанс ҡытыршылыҡтар бар. Һорау әлегә асыҡ ҡала.
Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан  төбәк бүлексәһе алып барған әһәмиәтле эштәрҙең  береһе – «Халыҡ хәтере архивы». Әлеге көндә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 127400  һалдат һәм офицер хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Программа 2015 йылда ил Президенты грантын отҡан. Быға тиклем йәмғиәт ағзалары 180 мең тарихи документ сканерлаған. Эште артабан да дауам итеү яу ҡырында  башын һалған  ватандаштарыбыҙ хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр тупларға ярҙам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика