Йылайырҙар ҡоро

Йылайырҙар ҡоро 11.12.2014

Баш ҡалала Йылайыр районы яҡташтары осрашыуы үтте. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә яҡташтар йыйынын үткәреү күркәм һәм матур йолаға әйләнде. Бындай саралар кешеләр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Баш ҡалала йәшәүсе Йылайыр районы яҡташтары осрашыуҙарын айырыуса ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле итеп үткәрҙе.

Саранан Такаловтар ғаиләһе ситтә ҡалманы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып 400-ҙән саҡрымдан ашыу юл үтеп яҡташтар йыйынында матур бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, улар быйылғы «Байыҡ» телевизон бәйгеһе финалистары. Тиҙҙән улар Гала-концерта сығыш яһаясаҡ.
«Йөрәк йыры һиңә, Йылайырым» тип аталған күләмле сара ҙур аншлаг менән үтте. Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын булманы. Осрашыуға килгән яҡташтар аңлатып биргеһеҙ тәьҫораттар кисерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика