«Юлдаш» каналы «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «Күңел йылыһы» марафонын үткәрә

«Юлдаш» каналы «Әсә  йөрәге» төбәк  йәмәғәт  ойошмаһы менән берлектә «Күңел йылыһы» марафонын үткәрә 20.05.2016

Радиомарафонда йыйылған аҡсалар «Таланттар йондоҙлоғо» асыҡ конкурсында  ҡатнашыусы мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм үҫмерҙәргә  ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында  тапшырыласаҡ.    

Хәйриә  марафонын алып барыусы «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаеваның әңгәмәселәре Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова, Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығының бүлек етәксеһе Нурия Сәлихова һәм Өфөнөң 35-cе мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Буранбаева. Бөгөнгө акцияла ҡатнашыусылар мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу, улар үҙҙәрен кәм тоймаһын өсөн социаль реабилитация мәсьәләләрен күтәрҙе.
Бөгөнгө мәрхәмәтлек акцияһын башлап ебәреүсе «Әсә йөрәге»  төбәк йәмәғәт ойошмаһы алты йыл дауамында мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында «Таланттар йондоҙлоғо» фестивален ойоштора. «Тамыр» балалар телеканалы ла акцияға ҡушылып  сабыйҙарға ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Балаларҙың аралашыу, яңы дуҫтар табыу теләге көслө. Уларҙы социаль реабилитациялауға йүнәлтелгән сараларҙа һәр кеше хәленән килгәнсә әүҙемлек күрһәтә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика