Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Һамар һәм Һарытау өлкәһендә «Юлдаш» 06.09.2014

«Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы тапшырыуҙарын Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Һамар һәм Һарытау өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә тыңлай аласаҡ.

«Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы менән «Спутиниктелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы килешеүгә ярашлы, 8 -11 сентябрҙә был төбәктәрҙә  радио тулҡындарын тапшырыу өсөн яңы ҡоролмалар урынлаштырыла. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, башҡорттарҙың  байтаҡ  өлөшө  республиканан ситтә йәшәй. Милләттәштәребеҙ  бигерәк тә Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрендә һәм Пермь крайында күпләп төпләнгән. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү - дәүләт кимәлендәге бурыстарҙың береһе. Атайсал менән бәйләнештәрҙе нығытыуҙың әһәмиәте, тарихи тамырҙарҙы юғалтыуға юл ҡуймауҙың мөһимлеге тураһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәһендә республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та билдәләп үткәйне.
Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы булып танылған «Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы тапшырыуҙарын республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә еткереү - рухи-мәҙәни ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү буйынса билдәләнгән эҙмә-эҙлекле саралар планын ғәмәлгә ашырыуҙың бер өлөшө генә. 8 сентябрҙә тапшырғыс Силәбе өлкәһе Арғаяш районында, 9-нда Ҡурған өлкәһенең Әлмән, Сафакүл райондарында, 11 сентябрҙә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында сафҡа инә. Һамар өлкәһе менән Пермь крайында тиҙҙән «Юлдаш» каналы тапшырыуҙарын тыңлаусыларға еткереүсе ҡоролмалар сафҡа инергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика