Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар районында  алтынсы Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтте 08.06.2015

Рәсәйҙең 18 төбәген -  Башҡортостан, Ырымбур, Пенза, Һарытау, Һамар,Ҡурған  һәм башҡа төбәктәрҙе  берләштергән байрамда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич  ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы составына Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайы Башҡарма комитеты   вәкилдәре, Мәҙәниәт министрлығы, Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондары вәкилдәре инде.  

Ырымбур районының Һаҡмар районында Рәсәйҙең 18 төбәге вәкилдәре  йыйылды. Һәр төбәк үҙ тирмәһен ҡорған.
Эйәр-өпсөндәр, хәрби ҡоралдар , боронғо кейемдәр - был экспонаттар музейҙа түгел, ә  Көйөргәҙе районының Мәмбәтҡол ауылында йәшәүсе Минйәр Хәйбуллиндың өйөндә һаҡлана. Ырымбур өлкәһендә ул ҡәҙерле ҡомартҡылары менән  икенсе тапҡыр.
Ә бына  туй йолаһынан бер күренеш, уны Мәләүез районының «Нөгөш ынйылары» фольклор ансамбле күрһәтә.  
Башҡорт балы, ҡымыҙы, сәксәге - бөтәһе лә ҡунаҡтар өсөн. Игенселек, һунарсылыҡ, умартасылыҡ, тимерселек  - башҡорт тирмәләрендә, күргәҙмәләрҙә халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре менән танышырға мөмкин.  Был тиклем бай тарих абруйлы ҡунаҡтарҙа  ла  ҙур  ҡыҙыҡһыныу уятты.  Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тимер мейестә ҡыҙҙырылған дағаны  сүкеп  ҡарамай булдыра алманы.
Һабан байрамының түрендә әлбиттә,  баҫыу батырҙары, төрлө төбәктәрҙә хеҙмәт итеүсе  лайыҡлыларға  Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау еткерҙе, Ырымбур өлкәһе хеҙмәтсәндәренә наградалар тапшырҙы.  
Ырымбур - башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк. Әлеге көндә бында 46 меңдән ашыу  башҡорт иҫәпләнә,  Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы эшләп килә.
Ырымбур талантлы башҡорт яҙыусыларының,  дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең тыуған яғы.
Милли көрәш, бағанаға үрмәләү, тоҡ һуғышы һәм башҡа  ярыштар  ваҡыты-ваҡыты менән килеп ҡойған ямғырға ҡарамай  ҡыҙыу барҙы. Иң ҡиммәтле  бүләктәр  - «Лада-Гранта» автомобилдәре  ат сабышында һәм милли көрәштә  еңеүсе Башҡортостан егеттәренә эләкте.  Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйын  киләсәктә лә  Волга буйы округында үткәрергә ҡарар ителде.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика