Ырымбурҙа «Башҡорт мәҙәниәте» байрамы йыл һайын күләмле итеп үткәрелә

Ырымбурҙа «Башҡорт мәҙәниәте» байрамы йыл һайын күләмле итеп үткәрелә 03.08.2015

Туҡ буйын йәмләгән байрам «Карауанһарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы, төбәк эшҡыуарҙары, сәнғәт оҫталары һәм Көйөргәҙе районынан килгән ижади коллективтар һәм Башҡортостандан килгән ҙур делегация ҡатнашлығында үтте.

Башҡорт мәҙәниәте көндәре Александровка районы Ҡәйепҡол ауылы биләмәһендә ойошторолоуы юҡҡа түгел. Билдәле башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡов тап ошо ауылдан рухланған  һәм мәҙәни мираҫ алған. Ырымбур өлкәһе мәҙәниәт һәүәҫкәрҙәренең  сығыштары ихласлығы һәм йәнлелеге менән арбаны. Сит төбәктә йәшәүҙәренә ҡарамай, үҙ телен, йырҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған халыҡтың ошондай байрамдар үткәрергә тулы хоҡуғы бар.
Юлис Әхмәҙуллин, Ырымбур өлкәһенең Күрпәс ауылында йәшәүсе: «Улар һәр ваҡыт булырға тейеш. Башҡорттар бер тирәгә тупланып, йыр-моң менән бүлешеп йәшәгән элек-электән».
Миңлегөл Салдыева, «Заман» төркөмө йырсыһы: «Шулай уҡ башҡорт артистарын ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Сәхнәгә сыҡһаң бөтөн сырхауҙар бөтә, йәшәйһе килә».
Туҡ буйын гөрләткән байрам сәхнәһенә береһенән-береһе оҫта йырсылар, бейеүселәр күтәрелде. Дәртле, дәррәү, эшһөйәр  халыҡ менән ауыр тойолған крәҫтиән шөғөлдәрен дә ойоштороуы еңел, ти, етәкселәр.
Александр Писарев, Ырымбур өлкәһенең  Александровка район хакимиәте башлығы:
«Беҙҙә бындай юғары кимәлдәге байрамдар йыш ойошторола. Туҡ буйҙарының алты башҡорт ауылында йыр-моң һөйгән егәрле башҡорттар йәшәй. Улар оҫта итеп сығыш яһай белгән кеүек, тырышып, күңел биреп эшләй ҙә ала. Әхмәҙуллин Юлис,Абдразаҡов Эдуард,Этҡолов Тәлғәт кеүек ауыл хужалығы уңғандары беҙҙең ғорурлыҡ».
Башҡортостан мәҙәниәте көндәре Ырымбур өлкәһе губернаторының милләт-ара үҫеш программаһы сиктәрендә үткәрелә. Ырымбурҙа башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, рус, немец милләте вәкилдәре үҙ-ара килешеп, татыулыҡта ғүмер кисерә.126   милләт йәшәгән матур гөлләмәлә башҡорттар юғалып ҡалмаған.
Вера Бәширова, Ырымбур өлкәһенең  эске сәйәсәт буйынса вице-губернаторы:
«Бөгөнгө байрам өлкә күләмендә үткәрелеүе менән әһәмиәтле. Башҡа милләттәр гөлләмәһендә лә башҡорттар мөһим урын алып тора. Башҡорттар боронғо һәм бай мәҙәниәтле халыҡ. Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ихласлығы, ҡунаҡсыллығы, эшһөйәрлеге менән айырыла. Ғаиләләренә именлек, муллыҡ теләйем.  Бөгөнгө  байрам һуңғыһы булмаһын».
Бөгөнгө ирекле һайлап алыу шарттарында  ата-әсәләр алдында ҙур бурыс тора.  Үҙ мәҙәниәтен һаҡлау маҡсатында  мәктәптәрҙә балаларына башҡорт телен өйрәтеүҙәре төп бурыс булып тора.Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе, ижад итеүсе милләтәштәребеҙҙең мәҙәниәт даирәһендә, башҡорт телен ,рухын үҫтереүҙәге хеҙмәте  рәхмәт хаттары һәм  маҡтау ҡағыҙҙары менән дә баһаланды. Башҡорт милләтен үҫтереүгә то өлөш индергән белгестәр Башҡорттостан мәҙәниәт һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡулынан маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Мәҙәниәт, тел, рух өлкәһендә әүҙем эш алып барылһа ла,  был төбәккә хас проблемалар ҙа етерлек.
Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә «Карауанһарай» Ырымбур өлкә  һәм Александровка районы ҡоролтайы етәкселәренең  башҡорт халҡын  үҫтереү өлкәһендәге тырышлығы юғары баһаланды. Улар тел мәсьәләһендә лә һынатмаҫҡа һүҙ бирҙе. Туҡ буйҙарын йәмләгән байрам ҡайнар ҡояш аҫтында  йыр-бейәүҙәргә үрелеп кискә тиклем дауам итте.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика