Ҡырғыҙстанда үткән Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәре сиктәрендә ойошторолған саралар урындағы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты 11.03.2015

Дүрт көн дауамында Бишкәктә башҡорт халҡының боронғо кәсептәрен, тормош-көнкүрешен сағылдырған экспозициялар, шулай уҡ хәҙерге башҡорт рәссамдары күргәҙмәһе эшләне. Күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр урындағы музейға бүләк ителде.  

Ҡырғыҙстан тамашасылары алдында республиканың билдәле йырсылары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһаны. Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры артистары халыҡты спектаклдәре менән ҡыуандырҙы. Башҡорт һәм ҡырғыҙ әҙәбиәттәре аҡһаҡалдары Мостай Кәрим менән Сыңғыҙ Айтматовты күп йыллыҡ  дуҫлыҡ ептәре бәйләүен дә Бишкәк тамашасылары яҡшы хәтерләй.  
Асҡар Айтматов, Сыңғыҙ Айтматовтың улы: «Атайым Мостай Кәрим менән дуҫлығына бик ғорурлана ине. Улар икеһе лә  төрөк донъяһының бөйөк шәхестәре».  Сара сиктәрендә шулай уҡ республкианың юғары уҡыу йорттары менән таныштырыу һәм Ҡырғҙыстандың Милли фәндәр  академияһы ағзаларының Башҡортостан ғалимдары, вуздар ректорҙары менән осрашыуҙары ла үтте.  
Абдығәни Эркибаев, Ҡырғыҙстан милли фәндәр академияһы Президенты: «Әлегә тиклем беҙ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары менән хеҙмәттәшле итһәк,киләсәктә Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан менән дә эшлекле бәйләнештәр урынлаштырырға ниәтләйбеҙ. Башҡортостан беҙҙең өсөн тарихи күҙлектән дә бик яҡын төбәк».  
Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы. Ҡырғыҙ Республикаһы вәкилдәре беҙгә быйыл көҙ килергә йыйына. Тамамланған сәфәргә яуап итеп, Башҡортостанда Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре үтәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика