«Йәйләү» лагеры - республикала киң билдәле үҙенсәлекле проект 05.08.2016

Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева авторлығындағы программа Башҡортостандың теге ййәки был төбәгендә уңышлы тормошҡа ашырыла.

Быйыл ул Әлшәй, Баймаҡ, Ейәнсура, Бөрйән, Хәйбулла һәм Ғафури райондарында үтте. Ейәнсурала «Йәйләү» «Аҡ елкән» балалар һауыҡтырыу лагеры базаһында ойошторолдо. Проектты улар икенсегә ҡабул итте. Ял программаһында  балалар менән төрлө тренингтар үткәреү ҡаралған. Уларҙың һәр ҡайһыһы, шул иҫәптән рәсем дәрестәре лә баланың аң-белем кимәлен билдәләүҙе күҙаллай.
«Йәйләү» лагеры башҡорт балаларында лидерлыҡ һыҙаттары, милли рухты үҫтереүгә йүнәтелгән. Бында тәрбиәсе-вожатыйҙар ҙа махсус һайлап алына. Балалар лагерҙа ойошторолған төрлө  тренинг-  түңәрәктәрҙә үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәнә. Лагерь сиктәрендә ырыу-араларға бүленеү ҙә  милли мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.  Лагерҙа  бөтә тәрбиәүи саралар ҙа уйын формаһында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика