«Йәшлек-шоу» асҡан яңы исемдәр 15.12.2014

Йәш башҡарыусылар араһында үткәрелгән быйылғы фестивалдә  тиҫтәнән ашыу егет һәм ҡыҙ, төркөмдәр һынау тотто. Еңеүселәр һигеҙ номинация буйынса билдәләнде.

Республикалала «Йәшлек-шоу» йыр-моң фестивале 1994 йылдан ойошторола. Йәш йырсыларҙы һәм музыканттарҙы табыуҙы һәм уларҙың һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған  шоу изге йолаһынан быйыл да тайпылманы. Тәүҙә йәш башҡарыусыларҙың репетицияһы күрһәтелде.
«Йәшлек-шоуға» һайлап алыу туры аша үткән иң оҫта башҡарыусылар Гала-концертҡа сыҡты. Фестивалдең төп үҙенсәлеге быйыл йыр-моң бәйгеһендә күрше өлкә вәкилдәре лә һынау тотто.  
Гала-концертта шулай уҡ «Арғымаҡ», «Бүреләр», «Әс-сәләм» һәм башҡа популяр төркөмдәр ҙә сығыш яһаны. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Баймаҡтан «Тулҡын» төркөмө лайыҡ булды. Ә йыл йырсыһы тип Әйгөл Әминева менән Таһир Әсәҙуллин танылды.
Ҡайһы бер йәш башҡарыусы¬ларҙың сығыштарында милли колориттың сағылыш табыуы һөйөндөрҙө. Сәхнәнән яңы йүнәлешле йырҙар ҙа яңғыраны. Күптәр башҡорт йырҙарының сит ил телдәренә тәржемәһе менән сығыш яһаны. Йәшлек дәрте һәм рухы менән һуғарылған фестиваль үҙ йылъяҙмаһында тағы ла бер битен япты. Яңы исемдәр һәм йондоҙҙар менән...
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика