«Йәшлек-шоу» - 2015 республика йәштәр фестивале Гран-приһы Учалы егете Сәмиғулла Лоҡмановҡа тапшырылды 30.11.2015

Йылдың көтөп алынған ваҡиғаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Сәхнәлә башҡорт эстрадаһында үҙен күрергә теләгән 13 башҡарыусы һынау тотто. Йыр бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса роялдә уйнап йырлаусы Сәмиғулла Лоҡманов еңеүсе тип танылды.

Беренсе урын Мәскәү ҡалаһында йәшәп, ижад итеүсе яҡташыбыҙ Эдуард Ғәббәсовҡа бирелһә, икенсе урынды Дәүләкән ҡалаһынан Айгөл Муллагилдина яуланы, ә өсөнсө урын Стәрлетамаҡтан Гүзәл Йосоповаға тапшырылды. Ике бүлектән торған концерт программаһында йыл дауамында үҙен лайыҡлы күрһәткән йәш башҡарыусылар ҙа билдәләнде. «Ир-егеттәр араһында йыл йырсыһы» номинацияһы еңеүсеһе тип  Илгиз Абдрахманов танылды. Әйткәндәй, Силәбе ҡалаһы йәштәре ойошторған «Башҡорт пати»  «Йылдың иң күркәм сараһы» номинацияһында еңеү яуланы. Ә «йыл клибы» Ринат Ниғмәтуллиндың Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев менән бергә төшкән «Ҡыуанам» йыры баһаланды. Әйткәндәй, быйыл «Йәшлек-шоу»  Әҙәбиәт йылына арналды. 23 йыл рәттән уҙғарылған фестиваль быйыл да яңы исемдәр, һәләттәр асты.  Тамашасылар йыр байрамының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика