Йәш квн-сылар оҫталығын камиллаштыра

Йәш квн-сылар оҫталығын камиллаштыра 25.08.2016

Бөрйән районының «Ағиҙел» лагерында сираттағы КВН мәктәбе ойошторолдо. Унда республика төбәктәренән йөҙгә яҡын кеше йыйылды. Өс көн дауамында улар остаздарынан  сәхнәлә сығыш яһау, көләмәс яҙыу нескәлектәренә өйрәнде.

Башҡорт юниор квн лигаһында уңышлы сығыш яһаған командалар ағзалары Бөрйән районында йыйылып, тормоштағы ябай күренештәрҙе юмор аша дөрөҫ еткерергә өйрәнде. Быйыл күләмле сара «Шаяндар һәм отҡорҙар клубы» төбәк ойошмаһы тарафынан өсөнсөгә уҙғарылды. Быға тиклем үҫмерҙәр Ҡырмыҫҡалы, Дыуан яҡтарында төрлө тренинг, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, аралашыу даирәһен киңәйткәйне.
Ағиҙел буйында урынлашҡан лагерҙа йәш квн-сыларҙың көн тәртибе баштан уҡ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс төҙөлә. Семинарға «Шаяндар һәм отҡорҙар клубы»ның уҙған йылдар чемпиондары, йырсылар саҡырыла. Улар үҫмерҙәрҙе ҡыйыуыраҡ булырға әйҙәне. Артислыҡ һәләттәренә төшөндөрҙө. Был дәрестәрҙә Силәбе өлкәһе йәштәре лә әүҙем ҡатнашты.
Квн-сылар Ағиҙел йылғаһы буйында физик яҡтан да сыныҡты. Лагерҙа көн һайын иртәнге зарядка, милли уйындар, төрлө спорт ярыштары уҙғарылды. Турникта ҡыҙҙар ҙа теләп тартылды. Шаяртыу яғынан да бит көслө булырға кәрәк.
Квн мәктәбенең һуңғы көнөндә үҫмерҙәр дүрт командаға бүленеп, үҙ-ара отҡорлоҡта, тапҡырлыҡта һәм күңел аса белеүҙә ярышты.
Еңеүселәргә сертификаттар, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Үҫмерҙәр семинар сиктәрендә алынған белемдәрен киләһе уйындарҙа ла күрһәтергә вәғәҙәләне.
Башҡорт асыҡ квн лигаһы һәр ваҡыт үҫеш юлында. Уйынсыларҙың сентябрҙә Ҡаҙағстанда сығыш яһарға йыйыныуы ла - быға асыҡ дәлил. Тимәк, география ла киңәйә. Шаяртыуҙар аша халыҡ-ара дуҫлыҡ ептәре лә нығый.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика