«Урал» галереяһында Сибай таланттары мауыҡтырғыс күргәҙмә ойошторҙо 29.03.2016

Унда баш ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусыларының ҡул эштәре менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ белем усағын тамамлап, хәҙер үҙҙәрен ижадҡа бағышлаған йәштәр ҙә саранан ситтә ҡалмаған. Күргәҙмәләге экспозициялар жанр төрлөлөгө менән дә айырыла, сағыу картиналар, бай композицияларҙан тыш, бында декоратив-һынлы сәнғәт эштәре лә урын алған.

Илгиз Хәйруллин, Сибай ҡалаһының балалар һынлы сәнғәт мәктәбе директоры: «Бигерәк тә уҡыусыларыбыҙҙың күп милләтле көслө төбәктә йәшәүен күрһәтке килде. Күргәҙмәлә барлыҡ халыҡтар өсөн таныш сәнғәт төрҙәре сағылыш тапты. Балалар үҙҙәренең йолаларын, тарихын, шәжәрәһен белергә тейеш, шуға композиция буйынса үткәрелгән дәрестәрҙә башҡорт милләтенең сәнғәтенә лә айырым туҡталабыҙ».                                                                                                                
«Сибайҙа йәш  таланттарҙың күп булыуы юҡтан түгел»,- тигән ҡарашта күргәҙмәне ойоштороусылар. Урында һынлы сәнғәт менән яңы ғына асылған мөһабәт бинала шөғөлләнәләр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика