«Урал батыр» байрамы

«Урал батыр» байрамы 26.02.2015

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сәсәндәр байрамы уҙҙы. Сарала мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашты. Улар «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр сәхнәләштерҙе, ҡобайырҙар һөйләне, һүҙ оҫталығында ярышты.

Юғары уҡыу йортонда тарихи ҡомартҡыны ентекле өйрәнгән ғалимдар эшләй. Бынан тыш, университетта Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева етәкселегендә сәсәндәр мәктәбе бар. Шуға ла  байрам  тап ошо уҡыу йортонда уҙғарыла ла инде, ти  башҡорт филологияһы деканы Луиза Сәмситова.
Әйткәндәй, сара  киләһе йыл уҙғарыласаҡ  Евразия форумына әҙерлек булып тора. Аҡмулла уҡыуҙары нигеҙендә ойоштороласаҡ конференцияға сит ил вәкилдәре саҡырыласаҡ. Унда студенттар «Урал батыр» эпосы аша ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы менән таныштырырға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика