Туймазы татар дәүләт драма театры тамашасыға Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» пьесаһы буйынса ҡуйылған премьера әҫәрен тәҡдим итте

Туймазы татар дәүләт драма театры тамашасыға Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» пьесаһы буйынса ҡуйылған премьера әҫәрен тәҡдим итте 23.10.2014

Яңы спектакль пьесалағы 30-сы йылдарҙа барған ваҡиғаларҙы заманса һынландыра алыуы һәм театр өсөн  юбилей миҙгелендә ҡуйыласаҡ бишенсе премьера әҫәренең береһе булыуы менән дә әһәмиәтле.

Билдәле драматург Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» пьесаһы ҡасандыр ошо яҡтарҙа булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Хәҙерге Шаран районының Ерекле ауылында тыуып үҫкән ижадсы 30-сы йылдарҙа йәшәүсе йәштәрҙең рухи донъяһын бар тулылығында күрһәтергә тырышҡан. Пьесаның тормоштан алынған геройҙары әлегәсә яҡташтары хәтерендә тигән фекер ҙә дөрөҫ һүҙ. Һандуғас исемле һылыу ҡыҙҙың йөрәген яулау өсөн көрәшеүсе өс дуҫ егет - Зөлҡәрнәй, Бытбылдыҡ һәм Хәниф, улар алдында төрлө һынауҙар ҡуйыусы Шифабикә ҡарсыҡ образдары төрлө быуын тамашасыларына яҡын. Сәхнә геройҙары яңы быуатта ла тамашасы күңеленә юл тапты. Яңы спектаклдә төп ролдәрҙе ни бары туғыҙ актер уйнаһа ла, төрлө күренештәргә театр труппаһы тулыһынса йәлеп ителгән. Берсә шаян, берсә уйсан, ләкин һәр ваҡыт изге ниәтле геройҙар менән бергә төрлө быуын тамашасылары тиле йәшлектәрен иҫенә төшөрә. Премьераға Ибраһим Абдуллиндың Өфөлә йәшәүсе улы ла саҡырылғайны. Марат Ибраһим улының фекеренсә, спектакль - күренекле драматургтың 95 йыллығына оло бүләк.
Марат Абдуллин, Ибраһим Абдуллиндың улы: «Атайымдың 95 йыллығы алдынан Туймазы театры уның билдәле әҫәрен сәхнәләштерҙе. Мин быға бик шатмын. Атайым үҙе лә ошо пьесаһын бик яратты, уны бер тында яҙылды, тип әйтә торғайны».
Театр сәхнәләрендә тормоштоң йәнләнеүе - сыуаҡ йәйгә алмашҡа килгән көҙ миҙгеленең сағыу мәле. «Тиле йәшлектән» алда ғына Туймазы театры яңы миҙгелен Шекспирҙың «Тиҫкәрене йүгәнләү» комедияһы менән асҡайны. Юбилей йылында ижади коллектив театр һөйөүселәргә биш премьера әҫәре әҙерләй һәм ғинуар айында сәхнәгә 100-сө спектаклен сығарырға йыйына. Тимәк, тылсымлы театр донъяһында онотолмаҫ осрашыуҙар алда әле.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку