Туймазы районында «Раймантау моңдары» гармунсылар, баянсылар һәм талъянсылар конкурсы үтте 01.03.2017

Туймазы районы башҡорттары һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге менән берлектә тәүге тапҡыр ойошторолған конкурста   ҡырҡтан ашыу кеше ҡатнашты. Бәйге шарттары буйынса йәш буйынса сикләү ҡуйылманы.

Гармунсыларҙың иң йәше 12, иң олоһо  90  йәштә ине. Ойоштороусылар билдәләүенсә, гармунсылар әҙерлекле килгән. Конкурс һуңғы йылдарҙа онотола башлаған гармун, талъян моңдарын тергеҙеү маҡсатын тормошҡа ашыра.
Ижадсылар араһындағы ярыш үҙенә күрә бер байрамға әүерелде. Райман ауылы мәҙәниәт йортонда көнө буйы гармун, баян һәм талъян моңдары яңғырап торҙо. Тәүгә уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, жюри билдәләүенсә, конкурс юғары кимәлдә үтте. Уны киләсәктә төбәк-ара  кимәлгә күтәреү бурысы тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика