«Театр төнө» акцияһы йөҙләгән тамашасыны бер майҙанға йыйҙы

«Театр төнө» акцияһы йөҙләгән тамашасыны бер майҙанға йыйҙы 27.09.2016

Был кистә теләгән һәр кем актерҙар менән күрешеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, яратҡан спектаклдәрен ҡарай алды.

Сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштергән театр төнө мәҙәни акцияһы матур йолаға әйләнде. Быйыл ул республикала дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Сараның маҡсаты тамашасыларҙы ижади эшмәкәрлек һәм сәхнә тормошо менән яҡындан таныштырыу. Мәҙәниәт министрлығы ойошторған сара быйыл 19 майҙанда уҙа. Тамашасылар һорауы буйынса бер нисә театраль маршрут булдырылған. Был иһә быйылғы акцияның үҙенсәлеге. Тамашасы бер кистә төрлө театрҙарҙың ижады менән яҡындан таныша аласаҡ.
«Театр төнө» акцияһы өсөн әҙерләнгән программа бай һәм бик ҡыҙыҡлы. Сараға килгән һәр тамашасы төрлө спектаклдәрҙән персонаждарға үҙенең һорауын биреп, улар менән аралашып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, премьера спектаклдәренә билеттар уйнатылған конкурстарҙа ҡатнаша алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика