Теүәл 23 йыл элек республикала «Сәңгелдәк» тапшырыуы зәңгәр экранға сыға башлай

Теүәл 23 йыл элек республикала «Сәңгелдәк» тапшырыуы зәңгәр экранға сыға башлай 02.03.2015

Айгөл Иҙрисова, Зөлхизә Илбәкова, Лиана Хәбибуллина, Искәндәр Урманцев, Гөлнур һәм Ильяс Ҡарабулатовтар һәм башҡа кескәй йондоҙҙар бөгөн дә халыҡҡа яҡшы таныш. Ваҡыт үтә, ә «Сәңгелдәк»  балаларҙың да, ололарҙың да иң яратҡан тапшырыуҙарының береһе булып ҡала килә, тап уға нигеҙ һалынған көн «Тамыр» телеканалының тыуған көнө тип иҫәпләнә лә инде.

Көн һайын балаларҙы йоҡларға оҙатыусы тапшырыу тәүге тапҡыр эфирға 1992 йылдың 2 мартында сыға. «Сәңгелдәк» - журналистика, сәнғәт өлкәһендә кадрҙар әҙерләү майҙансығы тип әйтһәк хата булмаҫ. Тапшырыуға эләгергә теләүселәр бөгөн дә етерлек
Биш йәшлек Сәлимә Солтанморатоваға был бәхет йылмайған. «Тамыр»ҙа ҡыҙ бер йыл самаһы эшләй, көн һайын тиерлек тиҫтерҙәренә тыныс йоҡо теләй.
Рәсәйҙә тура эфирҙа барған берҙән-бер балалар тапшырыуы «Тау-тау хәбәр» барыһына ла яҡшы таныш. Ун өс минутлыҡ программа көн һайын зәңгәр экранға сыға, уның өҫтөндә тиҫтәнән ашыу кеше эшләй. Тапшырыуҙың республика буйлап махсус хәбәрселәре лә йыйылған. Шулай уҡ эфир барышында теләгән һәр кем телефон аша ла яңылығы менән уртаҡлаша ала.
«Сулпылар», «Бауырһаҡ», «Һорау, яуап, ҡалма баҙап. Портрет», «Алдагөл»  - «Тамыр» балалар телеканалы кескәйҙәр өсөн  башҡорт һәм  рус телдәрендә бихисап тапшырыу әҙерләй. Шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тулҡынында ла кескәй йондоҙҙарҙы ишетергә була.
«Тамыр»ҙа дубляж студияһы 2010 йылда асыла.  Йәнһүрәт, фильмдарҙы башҡорт теленә тәржемә итеүҙә балалар ҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ телеканалдың йыр студияһы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Кескәй йырсылар менән тиҫтәләгән аудио һәм видеоальбомдар яҙҙырылған, бихисап музыкаль фильмдар төшөрөлгән. Тематик концерттар даими ойошторолоп тора.
Уңыштарҙы һанап бөтөрлөк кенә түгел. Әйтәйек,  «Шүлгәнташ» фильм-әкиәте мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостан Президенты Грантына лайыҡ булғайны. Телеканалдың эштәре бер нисә тапҡыр «ТЭФИ-төбәк» юғары телевизион премияһы менән дә билдәләнде.
Әлеге мәлдә «Тамыр» теле- радиокомпанияһы  Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған бер-нисә проект өҫтөндә эшләй. Улар ҙа балаларҙың зиһенен байытыу, күңелен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ике тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән балалар телеканалы бөгөн дә изге маҡсатынан тайпылмай.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика