«Танып һыуы» этно-арт-симпозиум – 2014

«Танып һыуы» этно-арт-симпозиум – 2014 16.07.2014

Борай районында  Бөтә Рәсәй рәссамдар фестивале үтте. Бер аҙна дауамында барған үҙенсәлекле сарала Өфөнән һәм республика төбәктәренән, шулай уҡ  Мәскәү, Санкт-Петербург, Томск ҡалаларынан,  Татарстандан  һәм Бурятиянан 25 ҡыл ҡәләм оҫтаһы  ҡатнашты. Рәссамдар  район тарихы һәм мәҙәниәте, уның күркәм тәбиғәте менән танышты, артабан үҙҙәренең тәьҫораттарын  ижади эштәрендә һүрәтләне. Һөҙөмтәлә фестивалдә ҡатнашыусыларҙың яңы әҫәрҙәре район мәҙәниәт йорто фойеһын биҙәне.  

«Танып һыуы» фестивален уҙғарыу тәҡдиме менән Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Борай районында тыуып үҫкән ижадсы Салауат Ғиләжетдинов сығыш яһаған. Сарала ҡатнашыусылар араһында ла күпселекте ошо яҡтарҙан сыҡҡан рәссамдар тәшкил итте. Киләсәктә улар фестиваль даирәләрен киңәйтеү, яҡташтарының ижад өлгөләрен тыуған ерҙә туплауҙы маҡсат итеп ҡуя. Беренсе фестиваль һөҙөмтәләре буйынса республиканың район -ҡалаларында, Урал һәм Волга буйы төбәктәрендә күсмә күргәҙмәләр ойоштороу ҙа планлаштырыла. Сулпан Билалова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың рәссамдар берлеге ағзаһы: /Мәскәү/: «Мин бик күп фестивалдәрҙә булдым. Әммә был фестиваль иң үҙенсәлеклеһе, сөнки ул минең тыуған яғымда үтте. Рәссамдар күберәк аралашырға, сәйәхәт итергә тейеш. Тыуған яғыма сәйәхәт ҡылыу минең ижадыма рухи көс бирҙе, яңы идеяларға илһамландырҙы. Был минең эштәремдә лә сағылғандыр, тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку